Башҡортостан тәжрибәһе иғтибар үҙәгендә

Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса комиссияһы рәйесе Владимир Зорин, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин, агентлыҡтың милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә мониторинг идаралығы етәксеһе Абдулгамид Булатов Башҡортостан йәмәғәт палатаһында «Дәүләт милли сәйәсәтеү уҙғарыуҙа гражданлыҡ йәмғиәте институттарының әһәмиәте», - тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.

Унда республикала уңышлы эшләп килгән төрлө йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге ҡаралды. Мәскәү ҡунаҡтары фекеренсә, республикала уҙғарылған этносәйәсәтте тотош илгә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Төрлө мәҙәниәтттәрҙе һыйындырған төбәктә татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыуға Башҡортостанда ҙур иғтибар бүленә.

Башҡорт Дәүләт университетында Рәсәй йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Владимир Зорин студенттар менән осрашты. Уның иғтибарына шулай уҡ республика милли архивы, туған яҡты өйрәнеүселәр менән әҙерләгән тарихи-документаль проект тәҡдим ителде.Ул Башҡортостан халҡына 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп нәҫел тамырҙарын барларға мөмкинлек бирә.

Фото №1 - Башҡортостан тәжрибәһе иғтибар үҙәгендә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ