Белемде камиллаштырыуға бер ҡасан да һуң түгел

Стәрлетамаҡта физкультура уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреүгә арналған курстар ойошторолдо. Осрашыуға республиканың дүрт тиҫтәнән ашыу төбәгенән педагогтар йыйылды.

Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, уҡыу процессының онлайн форматҡа күсеүе һөҙөмтәһендә балаларҙың спортҡа булған һөйөүе кәмегән. Был үҙ сиратында тренерҙарҙан белем биреү системаһына яңыса ҡараш талап итә һәм тәжрибә уртаҡлашырға этәргес бирә. Федераль үҙәктән килгән кәңәштәргә ярашлы, физкультура уҡытыусыларына талаптар көсәйтелгән. Шуларҙың береһе, балаларҙы дөрөҫ итеп күнекмәләргә йәлеп итеү. Юғиһә, йәш организмдың оҙайлы тәнәфестән һуң төрлө йәрәхәттәргә дусар булыуы ихтимал. 

Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә арналған курс беренсе тапҡыр ғына үткәрелде. Шуға ҡарамаҫтан ул осрашыуҙа ҡатнашыусылар өсөн оло тәжрибә майҙансығына әүерелде. Махсус спорт программаларын ғәмәлгә ашырыу, күләмле спорт ярыштарын уҙғарыу, хатта гигиена һәм психология кеүек мәсьәләләр педагогтарҙың артабанғы эшмәкәрлегендә ярҙам булып торасаҡ. Өҫтәүенә, курстарҙың «Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы» конкурсы алдынан үтеүе лә оло әһәмиәткә эйә.  

Фото №1 - Белемде камиллаштырыуға бер ҡасан да һуң түгел

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ