Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы батырҙар тураһындағы анимация фильмын тамамлау алдында Йәнһүрәт башҡорт әкиәттәре нигеҙендә эшләнә. 13 минутлыҡ картина ҡасан экранға сығасаҡ? Ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Сифатлы тауышландырыу теләһә ниндәй сюжетты ла ҡыҙыҡлы итәсәк, ә насары иһә – иң шәп сценарийҙы ла әрәм итеүе ихтимал. Шуға күрә йәнһүрәт эшләүҙең был этабы иғтибарлы булыуҙы талап итә. Актерҙар уйыны ла мөһим роль уйнай. Быны «Батырҙар әкиәте» циклын эшләүсе белгестәр яҡшы аңлай, шуға ла һәр тауышты ентекле тикшерә.
Образдарҙы тыуҙырыу, уларҙы компьютерға күсереү, биҙәү һәм хәрәкәткә килтереү бер йылға һуҙыла. 15-кә яҡын персонажды тауышландырыу ай самаһы дауам итә. Әкиәт геройҙары Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары һәм опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләшә.
Әкиәт сценарийы квестты хәтерләтә. Төп герой мажаралы сәйәхәттә төрлө һынауҙар аша үтә, яңы дуҫтар таба һәм һөйгән йәренең йөрәген яулай. Проект авторы, мультипликатор Рим Шәрәфетдинов әйтеүенсә, персонаждарҙың һындары, кейем төҫтәре һәм фон үҙгәрештәр кисерә. Уларҙы сағыуыраҡ итеү ҡарарына киләләр.
«Батырҙар әкиәте» циклының тәүге «Алтын һарай» йәнһүрәте сценарийы башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп яҙылған. Ун өс минутҡа иҫәпләнгән анимация фильмы Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы грантына төшөрөлә. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 900 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Эште еңелләштереү маҡсатында махсус планшет һатып алынған.
«Алтын һарай» йәнһүрәте бер нисә айҙан прокатҡа сығыр тип күҙаллана. Проект өҫтөндә эшләүселәр кескәй тамашасыларға йәнһүрәт оҡшар тип ышана. Шулай уҡ рус телендә донъя күрәсәк анимация фильмын ошо арала башҡорт теленә тәржемә итеү һәм тауышландырыу планлаштырылған.
Әлфинә Килдейәрова





