Был аҙнала республикала диспансерлаштырыу башланды. Уны бәлиғ булған һәм йәше өскә теүәл бүленгән һәр кеше үтә ала. 40 йәштән алып йыл һайын тикшерелергә мөмкин. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләй.
“40 йәштән өлкәндәр ҙә мотлаҡ диспансерлаштырыу үтергә тейеш”, - ти Өфөнөң 1-се поликлиникаһы терапевы Рәфиә Буранбаева.
Максим Забелин әйтеүенсә, эшләп йөрөүселәр сәләмәтлеген тикшертеү өсөн бер көн ял алырға хоҡуҡлы, эш хаҡы һаҡлана.





