Рива Афзал ҡыҙы 1940 йылда Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә.1974-1995 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”да- Фәниә, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда -Ҡаҙнабикә, Хәкимйән Зариповтың “Эш кәләше лә, кәләше”ндә Ынйыбикә, башҡа спектаклдәрҙә актриса сағыу, халыҡсан образдар тыуҙыра. Рива Исхаҡова “Ай ҡыҙы” исемле тәүге башҡорт сериалындағы Өләсәй роле лә тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды.





