Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова арабыҙҙан китте

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова арабыҙҙан китте

Уға бөгөн 85 йәш тулды. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы 10 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Йырсы булараҡ киң танылыу яулай. Бик күп рус, сит ил һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара. Үҙенсәлекле тауыш эйәһе һәр образын сағыу биҙәктәр менән байыта. Флүрә Ноғоманова 40 йылға яҡын сәнғәт училищеһында уҡыта. “Башҡорт сәнғәтендә уның мәктәбе бар. Остазыбыҙ беҙгә тормош һабаҡтары ла бирҙе, ҡыйыу, көслө һәм әүҙем булырға өйрәтте”, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резедә Әминева.

Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова арабыҙҙан китте

Флүрә Ноғоманованың яҙмалары беҙҙең радиола һаҡлана. Йырсы фекеренсә, йәш башҡарыусы кәмендә 10-15 халыҡ йырын башҡара белергә тейеш. “Халыҡ йыры – рухи мираҫыбыҙ. Беҙ уны килер быуындарға еткерергә бурыслы”, - тип белдергәйне беҙҙең радиоға биргән интервьюһында Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова арабыҙҙан китте

Флүрә Ноғоманова башҡарған йырҙар беҙҙең радионың алтын фондында һаҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ