Федоровка районы Кирюшкин ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Урындағы халыҡтың еңеүгә ышанысы ҙур. Буш ваҡытын улар мәҙәниәт йортонда уҙғара. Сәнғәт һөйөүселәр хаҡында киләһе яҙмала.

Кирюшкин ауылында гармун моңо тынғаны юҡ. Биләмәлә башлыса сыуаштар йәшәй, һәр икенсеһе «Ашҡаҙар шишмәләре» фольклор ансамлендә шөғөлләнә. Ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларға тоғролоҡ – тамырҙарҙы нығытып, йәшәүгә көс өҫтәй. Кесеһе лә, олоһо ла сәнғәттән айырылғыһыҙ.

Клубта «Сәләмәтлек - милләт мираҫы» тип исемләнгән концерт ойошторолдо. Мәҙәни сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ҡуйылды.  Кирюшкинда йәшәүселәр муниципаль этапта ҡатнашып, дүрт ауыл араһында беренселек яулаған. Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәкселеге билдәләүенсә, был лайыҡлы еңеү.

Сара сиктәрендә фойела ҡул эштәре күргәҙмәһе, милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Халыҡҡа шифалы үләндәр, бал продукцияһы тәҡдим ителде. Әйткәндәй, ауылда ике магазин эшләй, конкурс талаптары буйынса унда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылған. Эшҡыуарҙар билдәләүенсә, был үҙгәреш килемгә кире тәьҫир итмәгән. Урындағы халыҡ тырыш, эшһөйәр. Һуңғы йылдарҙа ике яңы урам төҙөлгән.

Ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ та үҫешкән. Автомобилгә ремонт талап ителһә, әллә ҡайҙа йөрөргә кәрәкмәй. Автосервис яҡында ғына.

Моисей Михайлов ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ эшен асырға була. Кирюшкинанан район үҙәгенә тиклем ярты сәғәтлек юл, шуға урында шиномонтаж, автосервис хеҙмәттәренә ихтыяж юғары була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ойошма халыҡтың ышанысын яулап өлгөрә. Хәҙер бында машиналарҙан ҙур сират барлыҡҡа килә.

Һигеҙ йыл элек ойошторолған мебель йыйыу цехы ла районда киң танылыу алған. Ефрем Рыбаков һанаулы сәғәттәр эсендә яңы йорт йыһаздары ҡора. Алтын ҡуллы оҫта булараҡ абруй ҡаҙанған.

Махсус белемем юҡ, интернет ярҙамында ағас эшенә өйрәндем. Был эштә улдарым төп терәк. Бергәләп шкаф-купе, өҫтәл, ултырғыстар йыябыҙ.

Ефрем Рыбаков, эшҡыуар

Биләмәлә пилорама, ағас эше, семәрләп биҙәү менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп. Ғөмүмән, урындағы халыҡ тик ултырыуҙы үҙһенмәй. Ҡойолар тергеҙелә, шишмәләр ҙә һәр ваҡыт тәртиптә. Шуҡ ваҡытта былтыр Ашҡаҙар йылғаһы үҙәне, яр буйҙары ла таҙартыла. Ауылда йәшәүселәр дәүләт программаларында ҡатнашып, социаль объекттарҙы төҙөкдәндереүгә ирешкән. Быйыл да мәктәп тәҙрәләрен яңыртыу бурысы ҡуйылған. Шулай ҙа иң ҙур маҡсат – «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сығыу.

Фото №1 - Федоровка районы Кирюшкин ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ