Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова баҡыйлыҡҡа күсте

Уға бөгөн 85 йәш тулды. Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы 10 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Йырсы булараҡ киң танылыу яулай. Бик күп рус, сит ил һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡара.

Үҙенсәлекле тауыш эйәһе һәр образын сағыу биҙәктәр менән байыта. Флүрә Ноғоманова 40 йылға яҡын сәнғәт училищеһында уҡыта. “Башҡорт сәнғәтендә уның мәктәбе бар. Йәш йырсы кәмендә 10-15 халыҡ йырын башҡара белергә тейеш. Халыҡ йыры – рухи мираҫыбыҙ. Беҙ уны килер быуындарға еткерергә бурыслы”, тигән ҡарашта була Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.

Фото №1 - Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова баҡыйлыҡҡа күсте
Волна
Акции БСТ