Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең алыҫ биләмәләр менән эшләү бүлегенең элекке етәксеһенә ҡарата суд хөкөм ҡарарын иғлан итте. Мөнир Маннапов ҙур күләмдә мутлашыу һәм эш урынында алдап документтар яһауҙа ғәйепләнә.
Хөкөм ителеүсе 2014 йылда туғандарына 2 гектар ер майҙаны бүлеү тураһында күрһәтмә сығарған. Ошо маҡсатта ул муниципаль берәмектең мисәтен һәм яҙыу машинаһын ҡулланған. Ер майҙанының хаҡы яҡынса 26 миллион һум күләмендә баһалана. Экс етәксе ғәйебен таныған. Уға шулай уҡ 700 мең һум күләмендә штраф һалынған. Хөкөм ҡарары әлегә үҙ көсөнә инмәгән.
Рафиҡ Әхмәтшин.




