Кеше хоҡуҡтарын һәм закон үтәлешен тәьмин итеүсе орган сир таралыу сәбәпле, иғтибарҙы башлыса һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкәгә йүнәлткән.
Үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, Владимир Ведерников прокуратураның заман талабына тиҙ яраҡлашыуын белдерҙе.
Табиптарға өҫтәмә түләүҙәрҙең адресаттарына барып етмәүе, законһыҙ эштән бушатылыуҙар, медицина препараттары һатып алыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙар, эш хаҡын тотҡарлау, сифатһыҙ медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек етешһеҙлектәргә прокуратура айырыуса иғтибар йүнәлткән.
Бынан тыш, йәшәйештең башҡа тармаҡтарында ла законлыҡты тәьмин итеү, күҙәтеү эштәре алып барылған. Шулай уҡ көнүҙәк проблемаларҙың береһе торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағыла.
Айнур Кәбиров.




