Республикала балалар-һауыҡтырыу лагерҙарына вожатыйҙарҙы әҙерләү мәктәбе эшләй башланы

Әле унда ғаризалар ҡабул ителә. Үҙәктә шөғөлләнеүселәр киләсәктә балалар һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булып эшләй ала.

Мәктәптә  был аҙнала тәүге дәрестәр башланған. Вожатый булырға теләүселәр республиканан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә бар. Уҡыу онлайн форматта алып барыла. 500 ғариза килгән, уҡырға теләүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә. Дәрестәр апрель-май айҙарына тиклем дауам итә. Уны уңышлы тамамлаусыларға аттестация үткәрелә һәм таныҡлыҡ тапшырыла.

Күрше төбәктәрҙән дә ғаризалар килде. Дәрестәрҙе тәжрибәле уҡытыусылар алып бара. Балаларҙы тәрбиәләү өсөн лайыҡлы кадрҙар әҙерләү маҡсаты тора.

Алексей Дударенко, «Дуҫтар» вожатыйҙар мәктәбе етәксеһе

Мәктәп туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар нигеҙендә республика балаларын һауыҡтырыу-белем биреү үҙәгендә булдырылған. Бында балалар ҡаяға үрмәләү буйынса шөғөлләнә. Дәрестәр бушлай ойошторола. Вилдан менән Булат аҙнаһына өс тапҡыр килә.

Хәрби-патриотик экспедицияларға  ошондай алдан әҙерлекле уҡыусылар һайлап алына. Тарихи сәйәхәттәр Бөйөк Ватан һуғышы үткән эҙҙәр буйлап  ойошторола. Мәҫәлән, Эльбруста һуғышта һәләк булған ҡатын кәүҙәһенә юлығалар. Уның тарағы, һәм шәхси әйберҙәре музейҙа һаҡлана. Күргәҙмәгә тарихи сәйәхәттәрҙә табылған ҡомартҡылар ҡуйылған. 

Йылына 15-16 тапҡыр сығабыҙ. Илдең Бөйөк Ватан һуғышы үткән 8-9 төбәгендә булырға тырышабыҙ. Карелиянан алып Ҡырымға тиклем йөрөйбөҙ.

Владимир Волков, «Авангард» методик үҙәге методисы

Үҙәктә мәғарифты үҫтереү музейы ла эшләп килә. Бында белем биреү тарихы менән танышырға мөмкин.

Фото №1 - Республикала балалар-һауыҡтырыу лагерҙарына вожатыйҙарҙы әҙерләү мәктәбе эшләй башланы
Башбат

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ