Мәктәпкәсә учреждение «Звездный» биҫтәһендә урынлашҡан. Әле объектта төҙөлөш һәм биҙәкләү эштәре тамамланған. Ашхана һәм медицина бүлмәһе тулыһынса йыһазландырылған. Психолог, логопед, һүрәт төшөрөү кабинеты эшләйәсәк. Урамда уйнау өсөн заманса майҙансыҡ та ҡаралған.
Баҡсала балалар 12 төркөмдә тәрбиәләнәсәк. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырым төркөм ойошторола. 2019 йылдың декабрендә һалына башлаған объект «Демография» Милли проекты буйынса төҙөлгән, ошо маҡсатта 179 миллион һум аҡса тотонолған.
Рәмилә Исмәғилева




