Был турала Милли банктан хәбәр итәләр. Донъя баҙарында Рәсәйҙән арзан игенгә, иткә һәм үҫемлек майына ихтыяж артҡан. Ошо сәбәпле эске баҙарҙа ла хаҡтар күтәрелгән. Шулай уҡ ғинуар айында йәшелсә-емеш ҡиммәтләнеүе теркәлгән. Рәсәйҙә йыллыҡ инфляция 5,2 процент булған. Башҡортостанда ла шундай кимәл билдәләнгән.




