16-сы быуаттың икенсе яртыһында Ҡазан ханлығы тарҡалып, Урта Иҙел төбәге Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, мариҙар көнсығышҡа күсенә. Улар Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышында төпләнә. Республика мариҙарының 70 процент самаһы Мишкәлә йәшәй. Унда тарихи-мәҙәни үҙәк байтаҡ йылдар эшләп килә. Бөгөн беҙ яңы бина туйлайбыҙ, ти үҙәк белгесе Алексей Ибуляев.
Мишкә районында “Үжара” республика мари-лингвистик лагеры эшләп килә. “Эрвел” бейеү ансамбле төбәктең йөҙөк ҡашы иҫәпләнә. Марий ҡыҙҙары өсөн “Саскави” һылыулыҡ конкурсы ойошторола. Район хакимиәте мәғариф бүлеге белгесе Лилиә Хәсәнова әйтеүенсә, мари халҡының мәҙәниәтен үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
2020 йылда Мишкә районы фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни баш ҡалаһы булды. Башҡортостанда 100 меңдән ашыу мари йәшәй.






