Башҡортостанда күпләп баҡса еләген үҫтереү һәм эшкәртеү планлаштырыла

Фото №1 - Башҡортостанда күпләп баҡса еләген үҫтереү һәм эшкәртеү планлаштырыла

Иглин районынан  фермер Айгөл Мәрүәрова тәҡдим иткән проект Республика инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды. Илеш районында 2 ярым гектарҙа баҡса еләге үҫтерелә, яңы проектҡа ярашлы, Өфө районында - 5 гектар һәм Ҡырмыҫҡалыла 10 гектар биләмәлә еләк үҫтереү планы бар. Йыл һайын 1 мең тонна еләк уңышы алыу, 30 тонна продукция етештереү маҡсаты ҡуйыла. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Башҡортостанда күпләп баҡса еләген үҫтереү һәм эшкәртеү планлаштырыла

Проект 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны ғәмәлгә ашырыуға 160 миллион һум инвестиция йүнәлтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ