"Тарихи Башҡортостан топонимияһы" тигән конкурсҡа башҡорт телендәге яҙмалар алына. Викиирекмән, билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова белдереүенсә, ижади бәйге ер-һыу атамаларындағы хаталарҙы бөтөрөү маҡсатында ойошторола.
Гүзәл Ситдиҡова Белорет районындағы тағы ла бер атаманың дөрөҫ әйтелмәүе өсөн борсола. Һүҙ Өфө-Белорет юлында урынлашҡан Елмерҙәк бөгөлө тураһында.
Конкурс 1 мартта башлана һәм бер ай дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәтте социаль селтәрҙә табырға була.




