Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә инвестиция проекттары менән таныштырҙы. Республика Башлығы яҙыуынса, юл яны комплекстарында яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы, йөк һәм еңел машиналар өсөн туҡталыу урыны, магазин һәм кафе була. Бының өсөн 450 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Бында 80 кешегә эш урыны булдырыла. Йыл аҙағынаса республикала 5 юл яны комплексы барлыҡҡа килә. Улар Өфө һәм Кушнаренко райондарында төҙөлә.




