Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшсе төркөм ултырышы үтте. Унда ергә бәйле яңы закон үтәлеше ҡаралды. Быйылдан сикләнмәгән ер биләмәләре республика ҡарамағына күсерелде. Халыҡҡа туранан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм уның бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша документ юлларға була. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғизәтуллин һөйләй.
Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында яңы законға бәйле аңламта бирелә.




