Иртәгә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған сара уҙғарыла.Акция өсөн төп майҙансыҡтар Өфөлә була. Республика Милли китапханаһында - башҡорт, Милли музейҙа - рус, Башҡорт дәүләт педагогия университетында - татар, сыуаш йәкшәмбе мәктәбендә – сыуаш, Мишкә районында мари һәм Тәтешлелә удмурт телендә диктант яҙырға мөмкин.





