Бөгөн баш ҡала советы ултырышы үтте. Унда Өфө мэры Сергей Греков йыл йомғаҡтары менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Өфөгә кабинетта ултырған түгел, ә йөрөп эшләгән етәксе кәрәк. Сергей Грековтың тәүге аҙымдары дөрөҫ йүнәлештә алып барыла, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Баш ҡала хакимиәте башлығы сығышында ҡаҙаныштар һәм хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды. Ул депутаттарға халыҡ менән бергә эшләү мөһимлегенә иғтибар итергә саҡырҙы.
2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә. Баш ҡала юбилейы федераль кимәлдә үткәрелә. Мөһим сараға әҙерләк быйылдан башлана.




