Документ нигеҙендә байрамдың ойоштороу комитеты булдырылып уның составы раҫланды. Ул федераль ойоштороу комитеты менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡ.
Баш ҡала хакимиәте менән берлектә Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү саралар планын әҙерләргә һәм уларҙы бойомға ашырыу буйынса проект офисын формалаштырырға ҡушыла. Башҡортостан Хөкүмәте Указға бәйле сығымдарҙы тәьмин итеү өсөн финанслау сығымдарын билдәләйәсәк.





