Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына пландар ғәйәт ҙур

Әммә уға тиклем халыҡҡа иллюзияға бирелмәй ваҡыттарын тығындарҙа һәм ремонтҡа ҡаҙылған урамдарҙа үткәрергә тура киләсәк. Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе.

Сергей Николаевич үҙ сығышында уҙған йылдағы эшмәкәрлеккә байҡау яһап, хәл ителергә тейешле проблемаларға туҡталды. Шуларҙың береһе – йылылыҡ өсөн юғары хаҡтар. Кешеләрҙе оло хафаға һалған мәсьәләне тикшереү барышында фатирҙарҙың төрлөсә йылытылыуы, атап әйткәндә, саманан тыш эҫе йәки киреһенсә, һыуыҡ булыуы асыҡланған. Бер үк ваҡытта йорттарҙың энергияны һаҡлауҙа һәм иҫәпләү ҡоролмаларында етешһеҙлектәр табылған.

Башҡаса бындай хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында Сергей Греков квитанцияларҙағы хаҡтарҙы формалаштырғанда, аңлайышлы һәм үтә күренмәлелек талап итте. Әгәр ҙә йылылыҡ менән бәйле бындай осраҡ тәүге тапҡыр теркәлһә, юлдарға зарланыусылар бер ваҡытта ла кәмемәй. Шуға ҡарамаҫтан һуңғы йылдарҙа Өфө урамдары күпкә яҡшырҙы.

Әлеге ваҡытта Комсомол, Галле һәм 8-се март урамдарында капиталь ремонт эштәре бара, Көнсығыш сығыу юлы һәм Ағиҙел аша күпер һалына. Салауат Юлаев проспекты һәм менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге ҡоролма ла халыҡтың уңайлығы өсөн төҙөлә.

Халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Өфө миллионлы ҡалалар араһында бишенсе урынды биләй. Әммә киләсәктә ул үҙ позицияларын тағы ла яҡшыртыр тип көтөлә. Һәр хәлдә әлеге ваҡытта 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүгә рөхсәт бирелгән. Ҡаланың ярымутрауҙа урынлашыуын иҫәпкә алып, киләсәктә төбәк Ағиҙел аръяғында үҫешә башлай. Затон һәм Дим биҫтәләре араһында яҡынса 8 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Фото №1 - Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына пландар ғәйәт ҙур

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ