Йыл башынан Өфөлә 191 янғын теркәлгән, утта ун кешенең ғүмере өҙөлгән

Янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторҙары фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында профилактик эште көсәйтте. Айырыуса социаль хәүеф хәлендәге һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр. иғтибар үҙәгенә алына. Уларға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма тапшырылды.

Әңгәмә барышында белгестәр милекселәрҙе автоном аппараттың мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда йәшәүсе 250 меңдән ашыу ғаилә ҡоролма менән тәьмин ителгән. Туғыҙ категория граждандарға ул бушлай бирелгән.

Рейд ваҡытында шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше лә тикшерелде. Иҫкергән электр линиялары, подъезд коридорҙарына сығарылған йыһаздар, сүп-сар хәүеф менән янай. Милекселәргә ошондай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Йыл башынан Өфөлә 191 янғын теркәлгән, утта ун кешенең ғүмере өҙөлгән

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ