Быйыл Федоровка районы Үрге Яуыш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк

Объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Ғөмүмән, төбәктә беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Былтыр ғына өс фап файҙаланыуға тапшырылған, районда тәүгеләрҙән булып төҙөлгән модулле учреждение хаҡында киләһе яҙмала. 

Алты йәшлек Яков аҡ халатлы белгестәрҙән ҡурҡмай. Яҡты, иркен бинала ул үҙен өйөндәгеләй хис итә. Федоровка районы Новоселка ауылында төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты ике йыл элек асылған. Бында процедуралар үткәреү, балаларҙы ҡарау өсөн айырым кабинеттар эшләй.

Ауыл үҙәгендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пункты ярты меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың дүрттән бер өлөшө балалар. Акушерка Светлана Русакова билдәләүенсә, учреждениеға яңы кадрҙар талап ителә. Әлегә белгес шәфҡәт туташы, санитарка вазифаһын да үтәй.

1993 йылдан алып Новосёлка ауылында эшләйем. Һөнәремде яратам. Заманса йыһазландырылған бинала медицина ярҙамы күрһәтеү - үҙе бер бәхет, минеңсә. Тик шуныһы борсой - ауыл халҡы тәжрибәле фельдшерға мохтаж.

Светлана Русакова, Новоселка ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты акушеркаһы

Фельдшер-акушерлыҡ пункты 2019 йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылған, ул «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Биләмәне тәртипкә килтереүҙән ауыл халҡы ла ситтә ҡалмаған.

Былтыр Федоровка районының Ҡоро Иҙәк, Юлдаш, Әтәс ауылдарында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелгәйне. Быйыл иһә Үрге Яуыш ауылында тантаналы сара планлаштырылған.

Фото №1 - Быйыл Федоровка районы Үрге Яуыш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ