Өфөлә янғындан ҡотҡарыу спорты буйынса Салауат Юлаев кубогына ярыш башланды

Конкурс 22-се янғындан-ҡотҡарыу отрядының  күнекмәләр полигонында үтә. 8 командала 24 спорт мастеры 12 спорт мастерлығына кандидат һәм бер халыҡ-ара спорт мастеры бар. Кесе төркөмдә Башҡортостандан Эстелла Токарева менән Таһир Нафиҡов яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Финалда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренселекте Свердлов өлкәһенән Кристина Бочкарева яуланы. Егеттәр араһында Татарстан вәкиле айырылып торҙо. Артабан һөнәрмәндәр алдында 100 метрлыҡ арауыҡтағы ҡаршылыҡтарҙы үтеү бурысы тора.

Фото №1 - Өфөлә янғындан ҡотҡарыу спорты буйынса Салауат Юлаев кубогына ярыш башланды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ