Ишембай ҡалаһында хеҙмәтсәндәрҙең Ҡышҡы спартакиадаһы үтте

Саңғы ярышында ярты меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Старт һыҙығына ҡаланың сәнәғәт предприятиелары, социаль учреждениелар вәкилдәре баҫты.

Дөйөм команда зачеты буйынса беренселекте энергетиктар яулаһа, икенсе, өсөнсө урындарҙы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһе белгестәре уртаҡлашты. Сара сиктәрендә ауыл биләмәләре араһында ла еңеүселәр билдәләнде, Ишәйҙәр – иң яҡшы саңғысылар тип танылды.

Фото №1 - Ишембай ҡалаһында хеҙмәтсәндәрҙең Ҡышҡы спартакиадаһы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ