Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы халҡы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектына ҡушыла

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл иткән Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы халҡы, быйыл проектта йәнә ҡатнашырға теләк белдергән. Быйыл улар мәктәп спорт залына ремонт эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Әйткәндәй, 2017-2018 йылдарҙа проект ярҙамында белем усағында байтаҡ эштәр башҡарылған. Иҫке ағас тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылған, беренсе ҡаттың иҙәне яңыртылған. Проектта ҡатнашыуҙы хуплап, ауылда төрлө саралар үткәрелә: урындағы Ҡоролтай берекмәһе, Ҡатын-ҡыҙҙар советы ярҙамында шашка, хоккей ярыштары, «Ретро йыр» конкурсы уҙғарылған.

Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай, төрлө ижади, спорт бәйгеләрендә көс һынаша. Быйыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында мәктәптең спорт залына ремонт – төп бурыс булып тора. Сөнки Ишбирҙеләр сәләмәт тормош яҡлы!

Фото №1 - Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы халҡы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектына ҡушыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ