Ул онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Диктантты башҡорт телендә яҙыу майҙансығы булараҡ Өфөләге Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана бинаһы билдәләнгән. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойошторола. Йәмәғәт ойошмаһы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов.
Диктант һөҙөмтәләре бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, мәғариф һәм фән министрлыҡтары сайтында урынлаштырыла. Сарала ҡатнашыусыларға сертификат ебәрелә.




