Бөгөн республика телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктантты башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрендә яҙырға була. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һөйләй.
Акция өсөн төп майҙансыҡтар Өфөлә ойошторолған. Республика Милли китапханаһында - башҡорт, Милли музейҙа - рус, Башҡорт дәүләт педагогия университетында - татар, сыуаш йәкшәмбе мәктәбендә – сыуаш, Мишкә районында мари һәм Тәтешлелә удмурт телендә диктант яҙырға мөмкин. Был акция сәғәт 11-ҙә башлана.




