Нефтекама ҡалаһынан Дмитрий Александров иптәше Искәндәр Зөфәров менән оло йәштәге ҡатынды ҡотҡара. Малайҙарға Федерация Советының һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының батырлыҡ миҙалдары бирелде. Улар шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Дмитрий Александров әйтеүенсә, кеше ғүмерен ҡотҡарыу һәр заманда изге бурыс.
“Ул ҡыйыу һәм тәүәккәл егет. Киләсәктә ҡотҡарыусы булырға хыяллана”, - ти Дмитрийҙың бер туған һеңлеһе Ульяна һәм атаһы Владимир Александров.
2014 йылда Федерация Советы Оборона, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары менән бергә “Герой балалар” проектына нигеҙ һала. Былтыр “Батырлыҡ күрһәткән өсөн” миҙалы булдырыла. “Был проект бөтә илде берләштерә”, - ти Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
Бөгөн бүләкләнгән иң бәләкәй геройға 8 йәш. Ул Каролина Сазонова. Ҡыҙға өләсәһен уттан ҡотҡарған өсөн Батырлыҡ миҙалдары тапшырылды.




