Ғалимдың исемен мәңгеләштереү өсөн башҡа юлдар эҙләргә ҡушты. Быға тиклем ошондай башланғыс менән Республика йәмәғәт пататаһы сығыш яһаны. Александр Рюмин бюсын “Шүлгән-таш” тарихи-мәҙәни музей комплексы алдында ҡуйыу тәҡдиме ҡарала. Музейҙа ғалимға арналған экспозиция ойоштороу планлаштырыла. Бынан тыш, Йәмәғәт палатаһы башҡорт ғалимы Мөхтәр Сәғитовтың бюсын ҡуйыу тәҡдиме лә индерҙе. 62 йыл элек Александр Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүтормош кешеләрҙең һүрәттәрен табып, Башҡортостанды бөтә донъяға таныта. Мөхтәр Сәғитов - башҡорт ғалим-фольклорсыһы, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, 15 фәнни һәм фәнни-популяр йыйынтыҡтар төҙөүсеһе.




