Андрей Назаров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында булды

Фото №1 - Андрей Назаров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Иҫке Сибай ауылында мәктәп төҙөлөшөн ҡараны. Бинаны төҙөү графиктан ҡалыша. Шуға подрядсы ойошманы алмаштырырға тура килде. Әле эштәр яҡшыраҡ бара. Андрей Назаров 1 авгусҡа мәктәпте төҙөп бөтөргә ҡушты. Кире осраҡта яуаплы кешеләр вазифаһынан бушатыла, тине Премьер-министр. Сибай ҡалаһында филармония реконструкцияһы ла намыҫһыҙ төҙөүсе арҡаһында ваҡытында файҙаланыуға тапшырылманы. Ул былтыр нобярҙә асылырға тейеш ине. Андрей Назаров быйыл майҙа филармонияны төҙөп бөтөп файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ