Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн бүләк!

Шағирә Гөлфиә Юнысованың «Илһамлы яҙмыштар» китабының исем туйы үтте. Сара Милли әҙәбиәт музейы тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ойошторолдо.

«Илһамлы яҙмыштар» йыйынтығы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында донъя күрә. Китапты бер мең данала баҫтырыу, уны электрон вариантҡа күсереү һәм күргәҙмәләр ойоштороу өсөн миллион һум аҡса бүленә. Грант сиктәрендә презентациялар ҙа планлаштырылған, улар Милли әҙәбиәт музейы китапханаһы филиалдарында һәм күрше төбәктәрҙә үтәсәк.

Гөлфиә Юнысованың «Илһамлы яҙмыштар» йыйынтығында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм артистар тураһында очерктар тупланған. Был ҙур проекттың башы ғына, ти автор. Яҡын арала «Илһамлы йөрәктәр» һәм «Илһамлы ғүмерҙәр» йыйынтығы донъя күрәсәк.

Фото №1 - Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн бүләк!
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ