Ейәнсура районының Иҙәш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабын үтеп, республика кимәлендә сығыш яһау хоҡуғын яулаған. Әүҙем ауылдаштар мәҙәни һәм спорт сараларын ойоштора, тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн төрлө программаларҙан да ситтә ҡалмай. Иҙәштәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Иҙәштәр өсөн атты егеп-туғарыу бер ни түгел. Ярышта атты ҡулына дилбегә, теҙген алып биш кеше йүгәнләне. Аттың даны егет ҡулында, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, йылҡының етеҙ генә түгел, сыҙам булыуы ла мөһим. «Иҙәш батыры» бәйгеһендә аталы-уллы ҡатнашыусылар һынау тота. Ярҙамсын булғанда, дуға, ҡамыт кейҙереү, тәртәне тартыу ир кеше өсөн бер ни түгел.
Утын бысыу булһынмы, арҡан тартыумы – ҡыйыуҙар бер һынауҙан да ҡурҡмай. «Айыҡ ауыл» конкурсында ла Иҙәштәр ҙур теләк менән ҡатнаша.
«Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә күркәм саралар дауам итә. Ир-егеттәр араһында «Иҙәш батыры» ярышы барһа, командалар шайбалы спорт уйынын үҙ итә. Әйткәндәй, хоккей коробкаһын урындағы халыҡ үҙ көсө менән төҙөгән.
Шөғөлләнеүселәр, ярыштарҙа ҡатнашыусылар бихисап, уларҙы дәртләндереү йәһәтенән район хакимиәте былтыр тиҫтәнән ашыу сәкән бүләк иткән. «Айыҡ ауыл» конкурсы менән танышыу өсөн Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ һәм Ҡыуандыҡ райондарынан ҡунаҡтар саҡырылған.
Оҫтабикәләрҙең энәһенә күҙ өлгөрмәй. Дебет шәл бәйләү, йөн тетеү, иләү һәм сиратыу серҙәренә йәштәр ҙә төшөнә. Ауыл мәҙәниәт йортонда күрше төбәк ҡунаҡтары өсөн күргәҙмә һәм концерт ойошторолдо. Ҡул эштәре, ҡумыҙ, төрлө үлән төнәтмәләре менән танышыуҙан тыш, Ырымбур башҡорттарын Ағинәйҙәр ҡорон нисек ойоштороу, ойршма эшен алып барыу һорауҙары ла ҡыҙыҡһындырҙы.
«Айыҡ ауыл» бәйгеһенең район этабында еңеү яулап, ауылдаштар 300 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була. Был аҡсаны улар урамдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәк. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр менән дан тотҡан Иҙәштәр киләсәктә балалар майҙансығы төҙөү хаҡында хыяллана. Әлегә ауыл халҡы айыҡлыҡ һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе конкурстың республика этабында майҙан тота.
Әлфинә Килдейәрова




