Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов белдерҙе. Ул Өфөлә төбәк башлығы гранттарына эйә булыусыларҙы тәбрикләне.
Еңеүселәр араһында дәүләт, муниципаль бюджет һәм комерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың дүрт тиҫтәгә яҡын проекты бар. Был гранттар Башҡортостан халыҡтарының телдәрен заманса һәм ҡыҙыҡлы форматта үҫтерергә булышлыҡ итәсәк.
Илдар Байбулатов.




