Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ир газ балонынан зажилка тултырам тип шартлауға сәбәпсе була

Көтөлмәгән «бомба». Фатиры стенаһыҙ ҡала. Әле күп ҡатлы йортта авария-тергеҙеү эштәре бара, тәфтишселәр тикшереү уҙғара. Ваҡиға шаһиттары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Фатир хужаһы шаңҡыу хәлендә. Үҙе билдәләүенсә, ул йәкшәмбе кис бәләкәй газ балоны менән зажигалкаһын тултырырға була. Был эште  аш-һыу бүлмәһендә, янып торған плита янында башҡарыуы бәләгә килтерә. Газ шартлауҙан һуң тәҙрәләр сатнамаһа ла, фатир менән подъезд коридоры араһындағы стена  өлөшләтә емерелгән.

Стенаның яҡынса ун квадрат метры зыян  күргән. Газ шартлау эҙемтәһен бөтөрөү урындағы идарасы компанияға йөкмәтелгән. Эшселәр иртә таңдан килеп ишелгән кирбес стенаны һүткән, әле яңыһы күтәрелә.

Бәләкәй генә газ балоны ла бомбаға әйләнеүе ихтимал. Көслө шартлау ваҡытында фатир эсендә өс кеше булған, бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән. Әле осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү уҙғара, уның һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Биш ҡатлы йорт бер генә подъезлы, коридор тибында. Күңелһеҙ осраҡ теркәлгән фатир мөйөштә урынлашҡан, күрше фатирҙар зыян күрмәгән. Билдәле булыуынса, газ шартлауға бәйле ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар саҡыртыла. Йорттан 45 кеше эвакуациялана, уларҙың өсәүһе балалар.

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте оператив эшләне, йортта йәшәүселәрҙең ғүмеренә хәүеф янамағанға күрә бөтәһе лә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фатирҙарына ҡайтарылды.  Әле стенаны тергеҙеү эштәре дауам итә.

Артур Муллағәлиев, Туймазы районының граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе

Тикшереү һөҙөмтәләре барышында газ хеҙмәте белгестәре газ плитаһында төҙөкһөҙлөк тапмаған. Ваҡиғаны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы контролгә алған.

Фото №1 - Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ир газ балонынан зажилка тултырам тип шартлауға сәбәпсе була

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ