Өфөлә йәшәүсе Богдан Демченко өс бала менән торлаҡһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал

Ковид менән сирләгәндән һуң тормош иптәшен юғалтҡан ир яңғыҙы ғына 18, 10 йәшлек һәм 4 айлыҡ сабыйын тәрбиәләй. Ипотекаға алынған торлаҡтан ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығы булған ғаилә башлығы менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Богдан менән Наталья ике тиҫтә йыл бергә татыу ғүмер кисереп өлгөрә. Өсөнсө ҡыҙҙары операция ярҙамында тыуа. Натальяға ҡабаттан әмәлиәт яһарға тура килә. Инде һауығып, аяҡҡа баҫтым тигәндә генә, пневмония менән сирләй. Инфекция эҙемтәһеҙ үтмәй. Өс бала әсәһе 2 февралдә инфарктан һәләк була.

Ғаилә башлығы бәләкәй ҡыҙын бағыу буйынса декрет ялында. Бала ҡараған өсөн айына 15 мең һум аҡса ала. Фатир ипотекаһын һәм алдан алынған кредиттарҙы  түләү өсөн ғаиләнең матди хәле ауыр. Cуд ҡарарынан һуң, яҡын арала суд приставтары уларҙы торлаҡтан сығарыуы ихтимал.

Өлкән ҡыҙҙары ҡайғылы хәбәрҙе ишетеү менән Санкт-Петербургтағы колледждан документтарын алған, әсәһен юғатлҡандан һуң пенсия ике балаға ғына рәсмиләштерелгән. Әммә ҡыҙҙар ауыр минуттарҙа атайҙарына ҡулдан килгәнсә ярҙам итә, кескәй туғанын ҡараша. 

Уҡырға икенсе сменаға йөрөйөм. Атайыма ауыр. Әммә ул беҙгә күҙ йәшен күрһәтергә тырышмай. Беҙ ҙә кескәй Даняны үҫтерергә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ.

Милана Демченко

Ғаилә башлығы өҫтәмә рәүештә таксист булып ҡулаҡса эшләй. Әммә тапҡан аҡсаһы ипотеканы һәм кредиттарҙы ҡапларға етмәй. Әле күптән түгел Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә үҙе лә самолет йөрәген йыйыусы оҫта һөнәрмәнмәндең үҙенең дә йөрәге яралы.

Ғаиләмдең ауыр матди хәлен аңлап, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға ашығыусыларға ысын күңелдән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Донъяла изге күңелле, ихлас, йомарт кешеләр барлығына ҡыуанам.

Богдан Демченко, ғаилә башлығы

Наталья Демченконың әхирәттәре Һаҡлыҡ банкында өлкән ҡыҙҙары Ульяна Демченко исеменә махсус иҫәп асҡан. Әлеге ваҡытта 500 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған. Демченколар ғаиләһе мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләрҙән ярҙам өмөтләнә. Һеҙ экранда күргән иҫәпкә хәлегеҙҙән килгәнсә аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙа алаһығыҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе Богдан Демченко өс бала менән торлаҡһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ