Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре саңғы буйынса көслөләрҙе асыҡлай

Баш ҡаланың «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында уҙған ярыш 1976 йылдан ойошторолоп килә һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Филипп Кургаевтың яҡты иҫтәлегенә арнала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, турнирҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә, ҡатнашыусылар һаны арта. Был ярыш берҙән сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен, спортты пропагандаларға булышлыҡ итһә, икенсенән, Бөйөк Ватан һуғыш ҡаһарманының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерә. Ә Филипп Кургаевтың тормош юлы йәш быуын өсөн тыуған илгә һөйөү, батырлыҡ өлгөһө булып тора. Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының 1939 йылғы сығарылыш студенты.

Филипп Кургаев Белорусияла һуғыша. Ҡамауға эләккәндән һуң йәшерен төркөм һәм госпиталь төҙөп йөҙгә яҡын яралы һалдатты ҡотҡара һәм партизан отрядтарына оҙата. Яҡташыбыҙ 1942 йылда гестаповсылар тарафынан атыла. Үлгәндән һуң уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы бирелә.

Ҡыйыу яугирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған ярыш быйыл 46-сы тапҡыр ойошторола. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан командалар ҡатнаша. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, кәйеф күтәренке, ти ярышта ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәре.

Фото №1 - Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре саңғы буйынса көслөләрҙе асыҡлай

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ