Сараны ауылдаштар «Халҡыбыҙҙың милли аштары» милли байрамы менән йомғаҡланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы халҡыбыҙ бейеүҙәре менән ҡунаҡсыл тирмә хужалары ҡаршылай. Тирмәләргә боронғо ҡул эштәре һәм тормош-көнкүреш йыһаздары, аш-һыу өлгөләре ҡуйылған. Һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙә ауылдың аш-һыуға оҫта ҡатын-ҡыҙҙары бешергән ризыҡтар урын алған.
Иҫке Турайҙа аш-һыу серҙәренә әсәйҙәр ҡыҙҙарын бәләкәстән үк өйрәтеп үҫтерә. Бишенсе синыф уҡыусыһы Регина Шәрәфетдинова башҡорт миллли аштарына өҫтөнлөк бирә, ул хәҙер үҙе лә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү кимәленә еткән.
Айыҡ тормошто ҙурлаған сарала ауылдың имам-хатибы Илгиз Ахунов, дини дәрестәр алып барыусы Зәриә Кашапова сығыш яһаны. Диндарҙар милли ризыҡтар әҙерләгән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт белдереп,хәләл ризыҡ ҡулланғандары, айыҡ тормош алып барғандары өсөн ғаиләләргә бәрәкәт теләне. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире иһә архив мәғлүмәттәренә таянып, был төбәктән сыҡҡан ир-уҙамандарҙың да батша замандарынан уҡ хәмәрҙән йыраҡ тороуы, Мәскәүҙә уңыш ҡаҙаныуҙары хаҡында бәйән итте.
Башҡорт халҡының милли аштарына бағышланған сарала Иҫке Турайҙар айыҡ йәшәү рәүешен данлаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, аш-һыу әҙерләү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Иң мөһиме, осрашыуға килеүселәр республика күләмендә лә еңеү яулау теләге менән таралышты.
Гүзәл Борханова




