Шаран районында Рәил Мортазин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса район-ара турнир ойошторолдо

Район үҙәгенең спорт -һауыҡтырыу комплексына республиканың тиҫтәгә яҡын төбәгенән 10 йәштән 12 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр йыйылды. 

Мини-футбол күп йылдар дауамында Шаран үҫмерҙәренең яратҡан спорт төрҙәренең береһе булып ҡала. Тәүге команда Шаран ауылының 1-се мәктәбендә 2008 йылда барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта районда мини футбол менән 100-ҙән ашыу үҫмер шөғөлләнә.

Шаран районында спорттың башҡа төрҙәре лә әүҙем үҫешә. Төбәк спортсылары республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай.

Мини-футбол буйынса район-ара турнир команданың сағыу уйынсыларының береһе, ваҡытһыҙ вафат булған яҡташтары Рәил Мортазин иҫтәлегенә ойошторола. Турнирҙы ойоштороу тәҡдиме менән Рәилдең дуҫы Артур Шәйхиев сығыш яһаһа, Мортазиндар ғаиләһе спорт сараһына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Шаран, Дәүләкән, Илеш райондары спортсылары алға сыҡты. Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярыш Шаран ерендә киләсәктә лә дауам итәсәк.

Фото №1 - Шаран районында Рәил Мортазин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса район-ара турнир ойошторолдо

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ