Ишембай районынан Әхмәҙулла Мырҙабаев ярты йыл эсендә вездеход йыйған

Әле сылбырлы тәгәрмәсле техника ауыл урамдары буйлап һынау үтә. Бәләкәй транспорт сараһы өсөн ҙур ҡар өйөмдәре һис кенә лә ҡаршылыҡ түгел. Сәғәтенә ул утыҙ саҡрымғаса тиҙлек йыя. Вездеходтың мөмкинлектәре хаҡында киләһе яҙмала.

Ихаталағы гаражда Әхмәҙулла Мырҙабаевтың хыялы йәшерелгән. Сылбырлы тәгәрмәсле вездеходты ул иҫке машиналарҙың запас частарынан йыйған. Мәшәҡәте күп була. Тиҫтәләп деталде киҫеп, иретеп- йәбештереп, кәрәкле формаға килтерергә тура килгән. Көпләүле кузовлы техника хәҙер йүнселдең ағас эшенә оҫта булыуын да дәлилләй.

Әхмәҙулла Хәбибулла улы яңы техникаһын камиллаштырыу яҡлы. Ул хужалыҡта  файҙа килтерергә тейеш. Вездеходҡа тиклем ир ҡаргиҙәр, мини-трактор, косилка, арба ла ҡорған. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу булһынмы, ер һөрөүме - ауыл ерендә ҡеүәтле техникаға эш күп.

Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы Кулибины йәйгеһен йылға-күлдәр гиҙерлек техника йыйырға ла планлаштыра. Был эштә уға ғаиләһе төп терәк. Ҡатыны Тәнзилә Мырҙабаева билдәләүенсә, тормош иптәше йәш сағынан эшһөйәр, маҡсатына ирешеүсән, ваҡыт ҡәҙерен дә яҡшы белә.

Әхмәҙулла Мырҙабаев тимер, ағас эшенән тыш, йыр-моңға ла маһир. Музыка ҡоралдарында оҫта уйнай. Тормошҡа ижади ҡарашы менән яҡындарын ғына түгел, ауылдаштарын да һоҡландыра.

Фото №1 - Ишембай районынан Әхмәҙулла Мырҙабаев ярты йыл эсендә вездеход йыйған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ