Был аҙнала ҡышҡы тәнәфестән һуң даими беренселек ҡайтанан старт ала. Өфө уйынсылары Мәскәү өлкәһенә килде. Бында “Сапсан-Арена”ла команда күнекмә үткәрә. 27 февралдә Рәсәй чемпионатының 20-се туры барышында “Өфө” егеттәре “Химки” клубы уйынсылары менән осраша.




