Ейәнсура районында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына старт бирелде

Сәләмәтлеккә иғтибар йүнәлтеүсе спорт ярыштарын күҙ уңында тотҡан исемле йылды Иҫәнғолдар волейбол буйынса спартакиада менән асты. Ярышта район үҙәгенең 20 предприятиеһы һәм ойошмаһы көс һынашты. Финалда 2-се урта мәктәп уҡытыусылары еңеү яуланы.

Тантана Физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл спорт өлкәһенә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ өлкән һәм урта йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген нығытыу, спорт майҙансыҡтарын асыу күҙаллана.

Фото №1 - Ейәнсура районында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына старт бирелде

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ