Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, электрмобилдә йөрөүселәр парковка өсөн түләмәй. Бынан тыш, депутаттар күп балалы ғаиләләргә ташлама бирергә ниәтләй. Улар ҙа автомобилдәрен парковкала бушлай ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә була. Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.
Законға үҙгәреш иртәгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала.




