Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һаҡсыл ҡулланыу ярҙамында предприятиелар 80 миллион һум экономиялай алған. Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында 106 ойошма ҡатнаша. Былтыр беҙҙең республика алдан ҡуйылған планды арттырып үтәй алды.




