Республика буйынса юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу дауам итә. Ғафури районы Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абрахманов.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика биләмәһендәге айырым трассаларҙа транспорт хәрәкәте өсөн сикләүҙәр индерелеүе тураһында иҫкәртә. Буран, ныҡ боҙлауыҡ, һауа температураһы үтә түбән булғанда алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Сәфәрҙе кисектереп булмай икән, үҙегеҙ менән йылы кейемдәр, ҡайнар сәй, запас яғыулыҡ алырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, юл насар күренгәндә бик иғтибарлы булырға кәрәк.




