Республика хөкүмәтенең ошо туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында урынлаштырылған. Форумдың ойоштороу комитетын беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләй. Форумды әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса координация эше Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелгән.




