Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренә эште көсәйтергә ҡушты

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренә эште көсәйтергә ҡушты

"Ҡыш сигенергә теләмәй. Яңынан-яңы һынауҙар булып тора. Көндәр һалҡын, ә юлдарҙа, айырыуса республиканың көньяҡ өлөшөндә буран  күҙәтелә. Бындай шарттарҙа тиҙлекте һаҡламағанда яҡшы трассалар ҙа хәүефле булыуы мөмкин. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында юлдарҙың ҡайһы бер өлөштәрендә хәрәкәт сикләнде. Юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Ныҡ талап ителмәһә оҙон юлға сыҡмағыҙ, тиҙлекте саманан арттырмағыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ