Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Онлайн форматта уҙғарылған кәңәшмәлә «Дүртөйлөмелиоводстрой» ойошмаһының эше ентекле тикшерелде. Асыҡланыуынса, 10 ауылдан сүп-сар аҙнаһына бер тапҡырҙан да һирәгерәк сығарыла. Андрей Назаров бындай урындар буйлап даими рейдтаройошторорға ҡушты.
Кәңәшмәнән һуң Хөкүмәт Премьер-министры баш ҡаланың бер нисә ихатаһында сүп-сар сығарыу ойошторолоу менән ҡыҙыҡһынды. Ҡыҙғанысҡа, мегаполиста ҡалдыҡтар сығарыу менән өҙөклөктәр бар. Андрей Назаров сүп-сар сығарыуҙа проблема булған ерҙә контейнерҙар һанын арттырыу, махсус техника маршрутын үҙгәртеү, графикты уңайлыраҡ төҙөү һәм ҡалдыҡтар ташлау урынын күсереү кеүек тәҡдимдәр индерҙе.
Айнур Кәбиров




