Кәрәк икән утҡа инә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының хәйриә проектында республика буйынса ете мең тирәһе ирекмән иҫәпләнә. Пандемия осоронда тап шундай изге күңелле кешеләр 415 меңдән ашыу саҡырыу буйынса сыҡҡан.
Янғын һүндереү ир-егеттәр эше. Әммә былтыр Бөрйән районы урманында тоҡанған ут менән көрәшергә кәрәклеген белгәс, Гөлшат Ҡәйүмова күп уйлап тормай ваҡиға урынына юллана. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең туғыҙ көн өйҙәренә ҡайтмай йәшел ҡалҡанды һаҡларға тырышыуын ирекмән әле лә һоҡланып иҫкә ала.
Өфөлә йәшәүсе Гөлшат Рәшит ҡыҙы пандемияның беренсе көндәренән үк ирекмәндәр рәтенә яҙыла. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» республика Колл-үҙәгендә тәүҙә шылтыратыуҙар ҡабул итә. Ә был эшкә килеүе тәбиғи - өлкән йәштәге ата-әсәһен ҡарап өйрәнгән. Шуға ла урамға сығып йөрөй алмаған пенсионерҙарға, сирле кешеләргә ярҙам итергә ашҡынып тора.
Колл-үҙәккә әле лә шылтыратыуҙар килә. Гөлшат Ҡәйүмова үҙ автомобилендә йөрөй. Автоирекмән кәрәкле адрестарҙы тиҙ таба.
Бөгөн он, шәкәр, май, ярмалар һәм консерва алырға. Тәү ҡарашҡа ғына был ябай аҙыҡ-түлек тупланмаһы, ирекмәндәр әйтеүенсә, заказ биреүселәр үҙҙәре алып ғәҙәтләнгән етештереүсенекен генә һорай. Оҡшамай, йә кәрәкмәй тип кире бороп сығарып ебәргән осраҡтар ҙа булғылай. Ә күп ваҡыт рәхмәт әйтеп, изге теләктә ҡалалар. Үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, ярҙам итеүҙе йәшәү рәүешенә әйләндергәндәр өсөн шуныһы иң ҡәҙерлеһе. Сөнки уларға был эш өсөн аҡса түләнмәй.
Рәмилә Исмәғилева




